Рекламный баннер 728x90px main1
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, үкенескә ҡаршы, уларҙың күптәре юғалыу сигендә.
Башҡортостан - йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән күп милләтле төбәк. Республикабыҙҙа башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, украин, мордва, немец һәм башҡа милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт телдәре булып башҡорт һәм рус телдәре тора.
Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел. Беҙ, ошо ерҙең аҫаба халҡы булған башҡорттар ҙа туған башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләргә һәм һаҡларға тейешбеҙ. Шул маҡсаттан балалар баҡсаһында был аҙнала күп кенә саралар утте.
#башҡорттелекөнө#деньродногоязыка#
#всемирныйкурултайбашкир#
Рекламный баннер 728x90px main2