Рекламный баннер 728x90px main1
-ара#2024
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнашыу - оло бәхет. Донъя матурлығын күңелең менән туған телеңдә таныу, моңон тойоу, аралашыу мөмкинлеге - баһалап бөткөһөҙ оло хазина.
Бөгөн, 27 апрель, көнө шундай оло хазинаға эйә булғандар ғына Халыҡ-ара акцияға әйләнгән сарала ҡатнашып, башҡорт теленән диктант яҙҙылар.Учалы районының барлыҡ мәктәптәре лә махсус платформала теркәлеү үтеп диктант яҙыу майҙансыҡтарын булдырҙылар.
Учалы ҡалаһының С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейында ҡала башҡорттары өсөн майҙансыҡ булдырылды. Сарала төрлө йәштәгеләр һәм төрлө һөнәр эйәләре ике кимәлдә лә диктант яҙып әүҙем ҡатнаштылар.
Рекламный баннер 728x90px main2